Башҡортостанда 15 гектар майҙанда ағас ултыртыу күҙаллана

Яҙ көнө урманды тергеҙеү эштәре республиканың бөтә район-ҡалаларында ойоштороласаҡ. Экологик акция сиктәрендә башлыса ике йыллыҡ шыршы һәм ҡарағайҙар ултыртыла. Нуриман районы Исаев урман хужалығында хеҙмәткәрҙәр питомникта үҫтерелгән ҡарағай үҫентеләрен ҡаҙып алды. Көндәр йылытҡас ағастар урманға күсереп ултыртыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ике йыл элек сәселгән ҡарағай үҫентеләрен ҡаҙып ала. Питомникта үҫтерелгән ағастар көндәр йылытҡас урманға күсереп ултыртыласаҡ. Нуриман районында быйыл 32 гектар майҙанда ағас ултыртыу планлаштырыла.

Питомниктағы ҡарағайҙарҙы эшселәр тәрбиәләп, ашлама һибеп үҫтерә. Ике йылдан улар өлгөрөп урман шарттарына яраҡлаша . Питомниктан килтерегән ҡарағайҙарҙың 80 проценты тамыр йәйеп тәбиғәт шарттарында үҫә башлай.

Урман башлыса ҡарағай һәм шыршы ағастары иҫәбенә тергеҙелә. Айырым райондарҙың үҙенсәлеген һәм умартасыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып йүкә майҙандары ла арттырыла. Былтыр «Урман һаҡлау « акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда 1 миллиондан ашыу ағас ултыртылған.

Башҡортостанда «Йәшел Башҡортостан « һәм «Хәтер баҡсаһы» акцияһы буйынса 135 яңы аллея барлыҡҡа киләсәк. Еңеүҙең 80 йыллығына арналған геоглифтар ҙа булдырыла. Үҫентеләрҙән Еңеү тип яҙыласаҡ урындар билдәләнгән. Йәмғеһе яҙғыһын 8 меңгә яҡын ҙур ағастар һәм 67 мең тирәһе башҡа үҫентеләр ултыртыу күҙаллана.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ