Был турала Башҡортостан Башлығының Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов менән осрашыуы барышында белдерелде. Федераль ведомство вәкиле эш сәфәре менән Өфөлә булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика федераль министрлыҡ менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Төбәктә социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүленә, һуңғы йылдарҙа егерменән ашыу учреждение файҙаланыуға тапшырылған. Осрашыуҙа пансионаттар төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡтың тәжрибәһе, балалар, оло йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы ҡарау тураһында ла һүҙ барҙы.




