Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артистары Мәскәүҙең Ҙур театрында сығыш яһаны

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артистары Мәскәүҙең Ҙур театрында сығыш яһаны. Тарихи сәхнәлә «Рахманинов. Ғүмерлек симфония» балеты премьераһы үтте. Бөйөк рус композиторының тормош юлы һәм ижадына арналған спектаклде БЮТ ижади төркөмө лә ҡараны. Илдең баш ҡалаһынан киләһе яҙма.

Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә - бөйөк рус композиторы, пианист һәм дирижер Сергей Рахманиновтың ижадына арналған биография балеты. Башҡортостан артистары Мәскәү интеллегенцияһы алдында тәүгә генә сығыш яһамай, һәр ваҡыттағыса аншлаг.

Сәнғәттәге тәүге аҙымдары, музыкаға һөйөүенән башлап эмиграция һәм донъя кимәлендә танылыу алыуға тиклем... Балет сюжеты Сергей Рахманиновтың тормош юлы һәм ижадындағы мөһим ваҡиғаларға бәйләп ҡоролған. Спектакль юғары кимәлдәге хореография менән генә түгел, шулай уҡ декорация, костюмдары менән барыһын да хайран ҡалдырҙы.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры өсөн был либреттоны алты йыл элек яҙғайным. Сергей Рахманиновты, тәү сиратта, бөйөк рус композиторы булараҡ күрһәтергә тырыштым. Шуға күрә спектаклдә балет труппаһынан тыш, ҙур хор ҙа сығыш яһай. Опера партияһы яңғыраясаҡ.

Иван Складчиков, либретто авторы, балеттың ҡораусы рәссамы

Спектаклдә башҡорт басы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов та сығыш яһаны, ул Сергей Рахманиновтың дуҫы булған Федор Шаляпин партияһын башҡарҙы. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры коллективы билдәләүенсә, илдең тарихи сәхнәһендәге алҡыштар - оло бер ҡаҙаныш.

Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән дүртенсегә Ҙур театрҙың легендар сәхнәһендә сығыш яһайбыҙ. Мәскәү тамашасыларын, дуҫтарыбыҙҙы ҡаршы алыу - беҙҙең өсөн был оло яуаплылыҡ. Бында барыһы ла Башҡортостан сәнғәте үҫешенә ҡыуанысын белдерә.

Асҡар Абдразаҡов, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры художество етәксеһе

Башҡорт артистары Ҙур театрҙың Тарихи һәм яңы сәхнәләрендә 2019 йылдан алып спектаклдәр ҡуя. Быға тиклем һуңғы сығыштар 1955 йылда уҡ булған. Тиҫтәләп йылдар үткәс кенә, ижади коллектив йәнә илдең ҙур сәхнәһенә ҡайтарылып, башҡорт сәнғәте яңы һулыш алды.

Ҙур театрҙағы премьера Мәскәүҙең мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаға әйләнде. Балет «Алтын битлек» премияһына дүрт номинацияла билдәләнгән. Бына бит ул - ғүмергә тиң симфония.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ