«Веселинка» ансамбле халыҡ-ара конкурста Гран-при яуланы

Комаров исемендәге пионерҙар һарйының «Веселинка» өлгөлө балалар хореографик ансамбле 32 йыл эсендә меңәрләгән йәш бейеүселәрҙе үҫтереп ҙур сәхнәгә сығарған. Бынан тыш, билдәле хореограф Оксана Щуканың бейеү мәктәбен үтеп, үҙҙәре лә остаз булып киткәндәр бар. Улар араһынан иң билдәлеһе Юлия Долгполова. Быйыл ул етәкләгән коллектив үҙенең 15 йыллығын туйланы.Әйткәндәй, ансамбль 1 апрелдә Сочи ҡалаһында балалар бейеү коллектвтары араһынд үткән халыҡ-ара конкурста 20 коллектив араһында иң юғары баһа - Гран-приға лайыҡ булды

Сочи ҡалаһында «Осоу нөктәһе» конкурсында йәш артистар ныҡышмалы хеҙмәт, сәнғәткә һөйөү һәм сикһеҙ энергия ярҙамында гран-при яулай. Остаздары-ансамбль етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Оксана Щука һәм педагог Елизавета Боровикова етәкселегендә жюриға үҫмерҙәр өс бейеү тәҡдим итә.»Ҡурай йыры», «Башҡорт байрам бейеүе», «Тау шишмәләре» композицияларын юғары оҫталыҡ менән башҡарыу ижади коллективты уңышҡа килтергән.50 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк, матди дәртләндереү артабан ансамблде үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ