Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән белдереүҙәренсә, алдағы тәүлектәрҙә республикала ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, урыны менән яуым-төшөмдөң көсәйеүе көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Юлдарҙа иртәле-кисле томан төшөүе, күреү мөмкинлеге кәмеүе фаразлана.



