Өфө автосалонында клиентҡа 900 мең һумға килешелгән машинаны 4 млн һумға һатҡандар

Инвалид иргә психологик баҫым яһап автосалон хеҙмәткәрҙәре кредиттың суммаһын аңлатмай, килешеү төҙөлгән. Әле билдәле автосалон урынында бушлыҡ ҡына ҡалған - мутлашыусылар салонды бикләп икенсе урынға күскән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Декабрҙә ҡулланылған автомобиль һатып алған Фиҙрәт Сөләймәнов машинаны автосалонға кире ҡайтарырға теләй. Тишелгән запас тәгәрмәс, двигателдәге май дөрөҫ ҡойолмаған машинала йөрөү хәүефле ти зыян күреүсе. 900 мең һумға һатып алынған автомобилде ремонтлау өсөн ҙур сумма талап ителә.

Жуков урамында урынлашҡан «Урал» автосалоны менеджеры, клиент машинаны һатып алғанда транспорттың техник күрһәткестәрен тикшерҙе, килешеү менән танышып ҡул ҡуйҙы, тип белдерҙе. Автосалон хеҙмәткәрҙәрен клиентҡа ватыҡ машина һатылыуы борсомай, иң мөһиме килешеү төҙөлгән, клиент кредит алып аҡса түләгән.

Намыҫһыҙ автосалондарҙан зыян күреүселәр исемлеге көндән-көн арта. «Вояж» автосалонында инвалид иргә 900 мең һумлыҡ машинаны документтар буйынса 4 млн һумға һатҡандар. Банктан кредит алыусы клиентҡа машинаның теүәл суммаһын аңлатмайҙар.

Әле «Вояж» автосалоны етәкселеге һәм юристары бәйләнешкә сыҡмай. Салон урынында бушлыҡ. Ҙур майҙанда һатыуға сығарылған машиналар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә юҡҡа сыҡҡан тиергә мөмкин. Зыян күреүселәр адвокат менән судҡа мөрәжәғәт итергә әҙерләнә. Әммә автосалондарға күсерелгән аҡсаларҙы киреҫ ҡайтарып буламы-юҡмы тигән һорау асыҡ ҡала.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ