Бындай статусҡа донъяның Иран, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан кеүек төрлө дәүләттәрендә урынлашҡан ни бары 60-ҡа яҡын ҡалаһы эйә. Баш ҡалабыҙҙа кәсепселек кимәлен Бөтә донъя кәсептәр советы баһалаған. Донъя кимәлендә уңыш ҡаҙаныу - оҫталар, рәссамдар, эшҡыуарҙарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Уларҙың бер нисәһе менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
«Күндең йәне бар, уның менән эшләүе уңайлы», - ти оҫталар. «Мосафир» оҫтаханаһында аксессуарҙар һыйыр тиреһенән эшләнә. Материал алдан эшкәртелеп, буятып киптерелә. Һөнәрселәр уны кәрәк ҙурлыҡта киҫә, балауыҙ менән ҡаплай.
«Мосафир» - илдә иң заманса йыһазландырылған оҫтаханаларҙың береһе. Бөгөн бер нисә йәш кәсепсене берләштереп, ҡайнап торған майҙансыҡҡа Азамат Юлдашбаев нигеҙ һалған. Бында етештерелгән әйберҙәр барыһы ла милли биҙәлешле. «Этно һәм эко-ҡиммәттәр донъя трендына әйләнде», - ти оҫта.
Милли биҙәүестәрҙе Ситдиҡовтар та етештерә. Бөтә донъя кәсепселәр советы делегацияһы ағзалары айырыуса башҡорт һаҡалдарына һоҡлана. Айгөл Ситдиҡова Африка вәкиленә уны етештереү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрә.
Күн, таш, туҡыма, тимер - Ситдиҡовтар төрлө материал менән берҙәй оҫта эшләй. Шул рәүешле улар башҡорт милли-мәҙәни мираҫын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Этнойүнәлеш менән йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуы ҡыуандыра, ти оҫталар.
Өфө «Бөтә донъя кәсепселәр ҡалаһы» тип илдә иң беренсе булып танылды. Был баш ҡала һөнәрмәндәренең юғары оҫталығы, төбәктең бай мәҙәни мираҫын дәлилләй. Яңы статус Өфөнөң туристик мөмкинлектәрен үҫтереүгә лә ҙур этәргес.
Өфөлә 400-ләгән һөнәрмән бар. Уларҙың һәр береһе баш ҡалабыҙҙа кәсепселекте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Һуңғы йылдарҙа төбәктә халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә бизнесты үҫтереүгә шарттар ҙа күпкә яҡшырҙы. Юғары исемгә сиратта - Сибай ҡалаһы.
Рәзилә Ғилметдинова



