Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған Ҡаһарманлыҡ моңо тип аталған концерт үтте.
Өфөнөң Киров районы хакимиәте ойошторған тамашаны ҡарарға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр, тыл хеҙмәтсәндәре, махсус хәрби операция ветерандары саҡырылған.
Киров районында 99 йәштән 103 йәшкәсә 23 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Уларҙың күбеһе концертҡа килә алмаған. 17 йәшенән ил һағына баҫҡан Родион Лобанов иһә быйыл Мәскәүгә Еңеү парадында ҡатнашырға барасаҡ.
Театр фойеһындағы күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге һәм һуғыштан һуңғы Өфө күренештәре һәм махсус хәрби операция геройҙары портреттары менән танышырға мөмкин. Тамашала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына миҙалдар тапшырылды.




