Өфөлә Ватан һаҡсыларын алғы һыҙыҡҡа оҙаттылар

Көс туплап йәнә алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостанда бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялынан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда үтте.

Ватан һаҡсыларын юлға оҙатыу тантанаһына ир-егеттәрҙең ғаиләләре, туғандары, дуҫтары килде. Тыуған яҡта үткән ун дүрт көнлөк ялда яугирҙар көс туплап, өй мәшәҡәттәрен хәл итеп өлгөргән , мәктәптәрҙә патриотик осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа алып барыу өсөн уңайлы автобустар бүленгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ