Өфөлә Федор Шаляпиндың сәхнә костюмдарын берләштергән күргәҙмә асылды

Өфөлә күренекле опера йырсыһы Федор Шаляпиндың сәхнә костюмдарын берләштергән күргәҙмә асылды. Мәшһүр йырсы исемен йөрөткән музыка музейына кейемдәр, әйберҙәр, афишалар Санкт-Петербург ҡалаһынан килтерелде. Тарихи экспозиция 52 cәғәт юл үткән. Транспартировка ваҡытына ҡиммәтле әйберҙәр масхус ҡағыҙға төрөлөп килтерелә. Федор Шаляпиндың сәхнә костюмдарынан,шәхси әйберҙәренән, фотоһүрәттәренән торған күргәҙмә Өфөлә ярты йыл эшләйәсәк.

Волна
Акции БСТ