Өфөлә апрель уртаһында ҡыш ҡабат әйләнеп ҡайтты

Бөгөн күпләп ҡар яуыу сәбәпле, баш ҡала урамдарында тығындар һәм авариялар күҙәтелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәрҙе алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра. Апрелдәге ҡыш тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Ҡар яуғас йәйге тәгәрмәстәр менән Өфө урамдарында йөрөү еңелдән түгел. Автомобилдәрҙе хатта бер нисә ир-егет этеп тә тауға мендерә алмай. Етмәһә, Кировоград урамында авария. Транспорт хәрәкәте тау үренә лә, кире яҡҡа ла туҡтап ҡалған.

Өфөгә медицина комиссияһы үтергә Саҡмағош районынан килгән Хәмәтйәровтар иһә бөгөн ҡайтыр юлға сығыуҙан тыйылып торорға уйлай. Йәйге тәгәрмәстәр менән оҙон юлда хәүефле.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һауа торошоноң боҙолоуына бәйле, Өфө ҡалаһының коммуналь хеҙмәттәре урам-юл селтәрен боҙға ҡаршы матдәләр менән эшкәртеү эшен көсәйткән. Айырыуса хәүефле һәм текә участкаларға, күперҙәргә һәм юл үткәргестәргә иғтибар бирелә.

«Бөтә муниципаль хеҙмәттәрҙе, юл хеҙмәттәрен һәм ведомстволарҙы ошондай һауа торошона ярашлы эшләргә саҡырам. Республикала йәшәүселәрҙең барыһы ла иғтибарлы һәм һаҡ булырға тейеш», тине Радий Хәбиров социаль селтәр аша.

Трассаларҙа автомобилдәр ҡар ҡамауында ҡалып ултырыу хәүефен иҫәпкә алып ваҡытлыса сикләүҙәр индерелгән.

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, апрелдәге ҡар сәсеүлектәргә әллә ни зыян килтермәҫ, тип күҙаллана.

Йылы көндәрҙән һуң яуған ҡар өсөн шатланыусылар ҙа бар. Сөнки элекке календарь буйынса әле- март ҡына.

Ҡышҡы тәгәрмәстәрҙе йәйгеһенә алмаштырған водителдәргә алыҫ юлға сығыуҙан тыйылырға кәңәш ителә, сөнки синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә ике, урыны менән дүрт градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал. Тимәк, юлдар таңға ҡарай боҙло һырғалаҡҡа әйләнәсәк.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ