Республикала газификация программаһы графикҡа ярашлы алып барыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ултырышта республикала газификация һәи догазификация программаларының үтәлеше ҡаралды. Күләмле проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса республикала 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул бюджет аҡсаһына ҡыҫҡа ваҡытта йорттарға газ үткәреүҙе күҙ уңында тота. 2021-2025 йылдарға иҫәпләнгән программаға ярашлы республиканы зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү 85 процентҡа үтелгән. 2030 йылға Башҡортостанды зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе 88 процентҡа етергә тейеш.

Ултырышта алдағы йылдарҙа республикала газификация программаһын киңәйтеү, артабан инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре лә күтәрелде. Төбәктә айырым категория граждандарға газ үткәреү буйынса сертификаттар ҡаралған. 100 мең һумға иҫәпләнгән дәүләт ярҙамы нигеҙендә 10 меңдән ашыу ғаиләнең йорто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташҡан. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 663 яугирҙың ғаиләһе сертификат менән файҙаланған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ