Радий Хәбиров «Динамо» физик культура-спорт йәмғиәтенең төбәк йәмәғәт ойошмаһын 100 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләне. Башҡортостанда «Динамо» спортсылар хәрәкәте 1925 йылда барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта йәмәғәт ойошмаһы 125 кешене берләштерә. Хәҙер иһә «Динамо» - тиҫтәләгән спорт түңәрәктәре, йөҙәрләгән спорт мастерҙары һәм чемпиондар. Тантаналы йыйылышта республика башлығы уларҙың иң-иңдәренә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Спорт йәмғиәтенең үҙ стадионы үткән быуаттың 34-се йылында төҙөлә. Футбол майҙанынан тыш, теннис һәм тир барлыҡҡа килә. 1940 йылда стадион биләмәһе киңәйтелеп гимнастика залдары, бильярд өҫтәлдәре ҡуйыла. Йылдар үткән һайын «Динамо»ла яңы спорт төрө менән шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килеп чемпиондар ҙа арта тора. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында физик культура хәрәкәте хәрби йүнәлеш ала. Бында фронт әҙерлеге үтәләр, ә һуңынан инде стадион көс структуралары хеҙмәткәрҙәренә өсөн спорт менән шөғөлләнеү үҙәгенә әйләнә.
«Динамо» бөгөн республиканың барлыҡ хоҡуҡ һаҡлау структураларын берләштерә. 2007 йылда спорт йәмғиәте стадионы яңыртыла. Әле унда физик культура һәм күләмле спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр ҙә ҡаралған. Ә уның сиктәрендә халыҡ-ара саралар уҙғарыла. Динамо- 80 спорт төрөн, 73 профессиональ команданы, 2300 секцияны берләштерә. Радий Хәбиров йәмәғәт ойошмаһында тәрбиәләнгән барлыҡ спортсыларҙы ла йөҙ йыллыҡ юбилей менән тәбрикләп рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Радий Хәбиров оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте, спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн бер төркөм Динамовсыларҙы Башҡортостан башлығының рәхмәт хаты менән билдәләне.




