Башҡортостан «Беҙҙең ғаиләнең хәтер китабы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Уға ярашлы, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатай-өләсәйҙәре, тыл хеҙмәтсәндәре тураһында киң аудиторияға һөйләй. Өфөлә Хәрби дан музейында уҙған сарала баш ҡаланың төрлө белем биреү учреждениеларынан 300-гә яҡын үҫмер үҙ ғаилә тарихын тәҡдим итте. Оҡшаш майҙансыҡтар Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы райондарында һәм Октябрьский районында ла ойошторолдо.

Акция 2023 йылдан уҙғарыла. Быйыл Башҡортостандың Мәғариф министрлығы менән Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге патриотик тәрбиә үҙәге.ойошторған илһөйәрлек сараһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Маҡсаты ғаилә өлгөһө аша йәш быуынды Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә ылыҡтырыу.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ