«Салауат Юлаев» клубы плей-оффтың сирек финалы башланыр алдынан асыҡ күнекмә үткәрҙе

Мәскәүҙең «Спартак» командаһына әҙерлек 40 минут самаһы дауам итте. Нэйтан Тоддтан башҡа бөтә уйынсылар ҙа боҙға сыҡты. Билдәле булыуынса, Канада һөжүмсеһе йәрәхәтләнеүселәр исемлегенә индерелгән һәм был раундта үҙ командаһына ярҙам итә алмаясаҡ. Резерв состав менән бергә Глеб Кузьмин да күнекмәләр үткәрҙе. Былтыр көҙ умыртҡа һөйәгенә операция кисергән хоккейсының Гагарин Кубогы барышында составҡа кире ҡайтыуы ихтимал. Юлаевсылар асыҡ күнекмәне етди тырышлыҡ һәм күтәренке кәйефтә үткәрҙе. Плей-оффтың икенсе раундына үткәндән һуң команданың эмоциональ торошо айырыуса яҡшы күренә. Яҡташтарыбыҙҙан айырмалы «Спартак» бер нисә көнгә күберәк ял итте. Ҡыҙыллы-аҡлылар «Северсталь» клубын биш уйында еңде. Даими чемпионатта Виктор Козлов дружинаһы Мәскәү хоккейсыларынан ике мачта ла көслөрәк булды. КХЛ плей-оффы тарихында командалар бер тапҡыр ҙа осрашмаған.

Арығанлыҡ юҡ, беҙҙе кубокка тиклем оҙон юл көтә. Был яҡшы, беҙ тонуста. «Спартак» тың оҫта уйынсылары бар, уларға ҡаршы етди уйнарға кәрәк.

Александр Хмелевский, «Салауат Юлаев» клубы һөжүмсеһе

«Салауат Юлаев» менән «Спартак» командалары араһындағы тәүге ике уйын 11 һәм 13 апрелдә үтә. Башҡортостан юлдаш каналында тура трансляция иртәгә 7 тула 15 минутта башлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ