Джефф Монсон Башҡортостан һәм Херсон спортсыларына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

«Берҙәм Рәсәй»ҙең йәмәғәт штабында Башҡортостан һәм Херсон өлкәһенең йәш спортсылары өсөн оҫталыҡ дәресе үтте. Уны Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, ҡатнаш бералыш легендаһы Джефф Монсон үткәрҙе. Ул джиу-джитсу буйынса күнекмәләр күрһәтте. Херсон өлкәһе сарала телекүпер аша ҡатнашты. Бәйләнештең теге яғында бокс менән шөғөлләнеүсе йәш спортсылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.

Балаларға Джефф Монсон менән осрашыу була, тип иғлан итеү менән, күптәр ҡатнашырға теләк белдерҙе. Тәүҙә беҙҙең мәктәпкә 10 урын бирелгәйне, шулай ҙа 17 баланы алып килдек. Кемделер ҡалдырыу ҡыйын, сөнки уҡыусылар тап шәхестәрҙе күреп улар кеүек булырға ынтыла. Бындай осрашыуҙар киләсәктә лә булыр тип ышанабыҙ.

Татьяна Гаврилова, Өфөнөң 116-сы мәктәбе директоры урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ