Башҡортостанда «Инвестиция сәғәте»ндә яңы проекттар хупланды

Сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Тәүҙә эшҡыуарҙар менән осрашыуҙарҙың яҡынса йомғаҡтары барланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай сара төбәк етәксеһе башланғысы менән быйыл старт алды. Күсмә осрашыуҙарҙы Радий Хәбиров үҙе, шулай уҡ Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәрә.

Әлегә 650 эшҡыуар ҡатнашҡан. Улар ер участкалары һәм кредит алыу мәсьәләләрен, кадрҙар проблемаларын күтәргән. Осрашыуҙар рәсми булмаған характерҙа булырға тейеш, тине төбәк башлығы. «Инвестиция сәғәте» барышында яңы башланғыстар ҙа ҡаралды. Шул иҫәптән Бүздәк районында техник киндер эшкәртеүҙе ойоштороу. Инвестор проектты тормошҡа ашыра ла инде, пландарында - сәсеү майҙандарын арттырыу.

Бынан тыш, осрашыуҙа Өфө районында Dasko төркөмө өсөн келәт комплексы төҙөү мәсьәләһе тикшерелде. «Миәкә балыҡ компанияһы» етәксеһе Рауил Моратшин аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереүҙе үҫтереү проектын тәҡдим итте. Шулай уҡ клиник-диагностика лабораториялары өсөн анализаторҙар етештереүҙе киңәйтеү ҡаралды. Бөтә проекттарға ла тиерлек өҫтөнлөклө статус бирелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ