Онкология диспансерында йыуан эсәк яман шешен дауалау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Республика клиник онкология диспансерында йыуан эсәктәге яман шеш һәм уға тиклемге ауырыуҙарҙы дауалау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Түбәнге Новгородтан килгән белгес үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция бүлмәһендә БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.

Өлкән йәштәге пациенттың йыуан эсәгендә полиптар күбәйгән. Уларҙы ваҡытында алып ташламағанда ямаш шешкә әйләнеүе ихтимал, ти Александр Митраков. Эндоскопия ысулы менән яһалған операция сирлегә тиҙерәк төҙәлергә ярҙам итәсәк.

Шештәрҙе нисек дөрөҫ ҡырҡып ташларға кәрәклеген күрһәтәм. Пациент бындай операциянан һуң ике- өс көндән өйәнә ҡайтарыла.

Александр Митраков, Волга буйы медицина тикшеренеүҙәре университеты уҡытыу үҙәге етәксеһе

Яман шеш барлығы йыш ҡына диспансеризация һәм башҡа медицина тикшереүҙәре үткәндән һуң билдәләнә. Ҡатмарлы сирҙе тәүге стадияларында дауалап була, ваҡыт күберәк үткән һайын, шеш тамырын тәрәнерәк йәйә. Тимәк, һәр кемгә үҙ организмына һиҙгер булыу талап ителә.

Операцияны семинарға йыйылыусылар залдан ҡарай. Тура бәйләнеш аша улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ала.

Үлемгә килтереүсе сирҙәр араһында икенсе урында колоректаль шеш. Уны дауалауҙа яңы алымдар тураһында тәжрибә уртаҡлашабыҙ.

Юлиә Камалетдинова, Республика клиник онкология диспансерының эндоскопия бүлеге мөдире

Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү күпкә еңел. Медицинала был йәһәттән беренсел звеноны көсәйтеүгә иғтибар бар.

Клиникала колоректаль рак скринингы, заманса колоноскопияға талаптар һәм башҡа темалар буйынса сығыштар яһалды.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ