Бөгөн иртән Өфөнөң Нуғай шоссеһында теркәлгән аварияла өс кеше зыян күргән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, DAF йөк машинаһы водителе, төп юлға сығып барғанда, «Рендж Ровер»ҙы үткәрмәй. Авария һөҙөмтәһендә цемент ташыусы ярым прицеп иномарка өҫтөнә ауа һәм ҡойма аша ҡаршы һыҙатҡа сыға. Юл-транспорт ваҡиғаһында внедорожник водителе һәм ике бала дауаханаға оҙатыла. Уларҙың һаулығы уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.



