Республикала мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, уларға 800 мең һум аҡса күсерергә теләгән пенсионер ҡотҡарылған. Стәрлетамаҡ тимер юл вокзалының транспорт хәүефеһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатындың үҙен сәйер тотоуына иғтибар итә. Ул бер нисә тапҡыр телефон аша һөйләшкән килеш банкомат янына килеп ҙур сумма ала. Ярҙам тәҡдим итеүселәрҙән зыян күреүсе баш тарта. Вокзал хеҙмәткәрҙәре 112 телефонына шылтыратып, мутлашыу тураһында хәбәр итә.
Һөҙөмтәлә, пенсионер аҡсаһын мутлашыусыларға ебәреп өлгөрмәй. Әйткәндәй, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай кибермутлашыусыларға ҡаршы ҡануниәткә төҙәтмәләр тәҡдим итергә әҙерләнә. Ғәмәлдәге «Енәйәт кодексы»ндағы тейешле статьялар мутлашыусылар менән көрәш яңы ғына башланған осорҙа төҙөлә, шуға күрә суд практикаһында енәйәтсе еңел яза менән ҡотола алыусы бәхәсле хәлдәр тыуа. Бындай осраҡтарҙы булдырмау өсөн, енәйәт язаһын билдәләүгә бер төрлө ҡараш булдырыу тәҡдим ителә.



