Өфөлә "Ете ҡыҙ" проекты яугирҙарҙың яҡындары менән осрашыу ойошторҙо


 Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм Башҡортостан махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов ғаилә ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе. Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу үтә лә мөһим.

Өфөлә "Ете ҡыҙ" проекты яугирҙарҙың яҡындары менән осрашыу ойошторҙо

Бөгөн республиканың һәр хакимиәтендә “Ғаилә” ресурс үҙәктәре эшләй. “Яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай психологик һәм юридик ярҙам күрһәтәбеҙ. Төрлө саралар ойошторабыҙ”, - ти үҙәк белгесе Венера Ғафарова.

Өфөлә "Ете ҡыҙ" проекты яугирҙарҙың яҡындары менән осрашыу ойошторҙо

16 апрелдә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Мацкевич халыҡты ҡабул итә. Сара Өфөнөң Достоевский урамындағы 73-сө йортта Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә ойошторола. Унда хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Осрашыуҙа яҙылырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 8(347) 226-78-28.

Фото №1 - Өфөлә "Ете ҡыҙ" проекты яугирҙарҙың яҡындары менән осрашыу ойошторҙо
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ