Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәйҙә туризмды үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Уны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе.
Вице-премьер билдәләүенсә, былтыр Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. Ошо бер йыл арауығында Рәсәй буйлап 90 миллиондан ашыу кеше сәйәхәт иткән, был 2021 йылға ҡарағанда, 37 процентҡа күберәк.
Комиссия ултырышында Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников Башҡортостанды иң популяр туристик йүнәлештәр иҫәбендә тип атаны. Бүрәт, Ҡырым, Алтай, Түбәнге Новгород, Дағстан һәм Башҡортостанда ҡунаҡханаларҙы бронләү күрһәткестәренең артыуын күрәбеҙ, - тип билдәләне министр. Радий Хәбиров үҙенең сығышында үткән ҡышҡы туристик миҙгел һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү буйынса пландар менән таныштырҙы. Төбәк быйылғы йәйге миҙгелдә 2 миллиондан ашыу туристы ҡабул итергә әҙер. Бының өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған. Беҙ һәр ваҡыт башҡорт ерендә ҡунаҡтарҙы күреүгә шатбыҙ, тине республика етәксеһе.




