Башҡортостандың ил авиацияһы һәм космонавтикаһын үҫтереүгә индергән өлөшө. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Республика инженер лицей-интернатында ойошторған танып белеү сәғәте шулай тип аталды.
Мауыҡтырғыс сарала 1-се класлы пилот, Рәсәй һауа флоты отличнигы, «Башҡортостан авиацияһы ветераны» ойошмаһы ағзаһы Рафаил Йәғәфәров ҡатнашты. Осрашыуҙа тәжрибәле пилот ил авиация һәм космонатика тармағының үҫеш юлдары, был йәһәттән республика ғилми-тикшеренеү ойошмалары, тәжрибә-конструктор бюроһы һәм предприятиеларының эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте. Лицей-интернат коллективына үҙенең «Башҡортостан вертолёт авиацияһы тарихы» тигән китабын бүләк итте. Рафаил Йәғәфәров үҙе лә үҙенсәлекле яҙмышлы кеше. Ваҡытында уның пилот булып китеүенә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев туранан-тура йоғонто яһай. Әлеге ваҡытта тәжрибәле осоусы китапхана ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнашып, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.



