Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Ышаныс телефоны» ярҙамында сираттағы иҫерек водителде ҡулға алған. Битараф булмаған граждандарҙың береһе «М-12» федераль трассаһында сәйер күренгән «Жигули» тураһында хәбәр итә. Мәғлүмәт яҡындағы полиция посына еткерелә. Тиҙҙән транспорт сараһы туҡтатыла. Рулдә Татарстандан 35 йәшлек ир була. Анализ һөҙөмтәләре уның эскән булыуын күрһәтә. Ошо уҡ сәбәп буйынса уның алдан да бер нисә тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған булыуы асыҡлана. Бынан тыш, таныҡлығында ялғанлыҡ билдәләре табыла. Тәфтиш органдары енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Автомашина штраф туҡталҡаһына ҡуйылған.



