Махсус хәрби операцияла мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ялдан һуң йәнә фронтҡа юлланды

Отпускыға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә юллана. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып бара. Маршрут республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһы Михаил Нестеров исемендәге скверҙа үтте. Көс туплап, ялын туғандары менән үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды һаҡларға әҙер. Оҙатыусылар араһында әле алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың туғандары ла булды. Улар ир-егеттәргә махсус хәрби биләмәгә күстәнәс, хаттар ҙа биреп ебәрҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ