Форумда республика күҙ табиптарынан тыш Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Әзербайжан вәкилдәре ҡатнашты. Йәштәргә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге биргән сара баш ҡалала бишенсе йыл уҙғарылып килә. Был юлы ике ҡатмарлы операция яһалды һәм утыҙға яҡын доклад тыңланды.
Операция барышын реаль ваҡыт режимында күҙәтеү өсөн йөҙгә яҡын йәш ғалим һәм табип йыйылды. Төбәктәге берҙән-бер өс үлсәмле визуализация системаһы ярҙамында операция яһалды. Микроскопҡа заманса өҫтәмә тиҫтәнән ашыу күҙлекте алмаштыра ала, операция ваҡытын ҡыҫҡарта. Өфөнөң йәш офтальмохирургтарының нисек эшләүен күрергә һәм һорау бирергә онлайн форматта 500 - ҙән ашыу кеше ҡушылды.



