Былтыр Башҡортостанда 140 меңдән ашыу телемедицина консультацияһы ойошторолған

Сағыштырып ҡарағанда, 2023 йылда - яҡынса 100 мең, ә 2018 йылда был күрһәткес ни бары 3 мең ярым ине. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, коронавирус ваҡытында ҡиммәтле һабаҡ алдыҡ - заманса һанлы технологияларҙы мөмкин тиклем киңерәк ҡулланырға өйрәндек. Был йәһәттән ҙур эш башҡарыла. Төбәктә фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәре үҫешкән. Барыһы ла интернетҡа тоташтырылып, тейешле техника менән тәьмин ителгән.

Табиптар, йә фельдшерҙар ауыр осраҡтар буйынса Өфө белгестәре менән ситтән тороп бәйләнешкә сыға ала. Ошондай консультация ваҡытында медицина хеҙмәткәрҙәре коллегалары менән дауалау тактикаһы буйынса фекер алыша, анализ, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре ҡарала, кәрәк икән - пациентты госпитализациялау йә икенсе дауалау учреждениеһына күсереү буйынса ҡарар ҡабул ителә. Телемедицина мөмкинлектәре менән республиканың эре медицина үҙәктәре табиптары ла әүҙем ҡуллана. Былтыр ғына федераль коллегалар менән ете меңдән ашыу онлайн-консультация уҙғарылып, ҡатмарлы диагноздар ҡаралған.

Волна
Акции БСТ