Өфөнөң «Ильинский» сауҙа сервис комплексында һөт кухняһын таратыу пункты асылды

“Һөт кухняһы” продукцияһы бушлай алыусылар өсөн шишәмбе һәм йома көндәрендә таратыла. Шулай уҡ сифатлы һөт, ҡаймаҡ, эремсек, йогурт һәм башҡа һөт ризыҡтарын һатып та алырға мөмкин.

Республикала һөт кухнялары булдырыу “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, төбәктә 132 һөт кухняһы пункты эшләй.

Предприятиеның үҫеше программаһы буйынса яңы пункт асылды. Уның Сауҙа сервис комплексында урынлашыуы халыҡҡа уңайлы буласаҡ. Киләсәктә лә пункттарҙы ошондай коплекстарҙа асыу ҡарала.

Василий Таболин, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрының беренсе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ