Аҡса менән дөрөҫ эш итергә, мутлашыусыларҙың тоҙағына нисек эләкмәҫкә? Шишмә районында финанс грамота буйынса республикалағы тәүге ауыл кабинеты асылды.
Ул Дмитриевка ауыл биләмәһендә урынлашҡан. Яңы бүлмә - баҫма мәғлүмәт материалдары һәм компьютер менән тәьмин ителгән. Уның ярҙамында төбәк халҡы һалым һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе түләй, аҡса күсерә, дәүләт һәм финанс уңайлыҡтары менән файҙалана ала. Шулай уҡ был урын ауыл халҡының финанс белемен күтәреү өсөн төрлө ресурстарға инеү мөмкинлеге бирә. Кабинетты асыу көнөндә Рәсәй банкы вәкилдәре Дмитриевка халҡына финанс грамоталылығы буйынса лекция үткәрҙе. Һанлы һум, оҙайлы ваҡытҡа аҡса һалыу, үҙеңде кредит алыуҙан тыйыу һәм финанс мутлашыу мәсьәләләре кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.



