«Шаран киңлектәре» гәзитенең тәүге һаны сығыуға - 90 йыл

Муниципаль берәмек менән бер йылда барлыҡҡа килгән баҫма - бай тарихлы матбуғат баҫмаһы. Ил һәм район тарихының төрлө осорҙарында район гәзите төбәк тормошон яҡтыртыу, хеҙмәт уңғандары менән таныштырыу, ватандаштарҙа илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Баҫма журналистары әлеге ваҡытта ла заман менән бергә атлай. Редакция коллективы махсус хәрбип операция яугирҙарына һәр төрлө ярҙам ойоштороуға күп күс һала. Яҡташтар ҡаһарманлығы район гәзиет биттәрендә дамими яҡтыртыла.

Район гәзитендә һәр нәмәгә ижади ҡарашлы, татыу коллектив тупланған. Баҫма юбилейы уңайынан редакция хеҙмәткәрҙәре район хакимиәте, Башҡортостан Журналистар Союзының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Йылдар дауамында район баҫмаһының үҙенең тоғро уҡыусылары ла тупланған. Гәзитте көтөп алыусылар булғанда уның киләсәге лә өмөтлө.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ