Башҡортса өҫтәл уйындарының исем туйы үтте

«Әлләсе», «Зирәк», «Бесәй, сәй, айыу, бал, май», «Бишбармаҡ» проекттары «Хазина», Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмалары тарафынан Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Сарала уйындарҙың авторҙары, уҡытыусылар, блогерҙар, уйынды ҡулланып ҡараған башҡорт ғаиләләре һәм журналистар ҡатнашты. Бар уйындар ҙа берәр мең дана эшләнелгән. Улар киләсәктә республика район-ҡалалары мәктәптәренә һәм балалар баҡсаларына бушлай таратылыр тип көтөлә. Шулай уҡ өҫтәл уйынын алырға теләге булған һәр кем фондтың үҙенә мөрәжәғәт итә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ