Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Урал аръяғы райондарының мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында «Сәләмәтлек» спартакиадаһының зона этабы үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Етеҙерәк! Бейегерәк! Көслөрәк!» девиз аҫтында «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары, шулай уҡ Сибай ҡалаһы уҡытыусылары «Сәләмәтлек» спартакиадаһында осрашты. Урал аръяғы райондарының мәғариф хеҙмәткәрҙәре йыйылма командалар төҙөп үҙ-ара көс һынашты.
Уҡытыусылар дүрт майҙансыҡта волейбол, өҫтәл теннисы, шахмат һәм йөҙөү буйынса ярышты. Һәр этапты ышаныслы үтеп, беренсе урынға Сибай командаһы сыҡһа, икенсе, өсөнсө урындарҙы Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары командалары бүлеште.
Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған педагогтар спартакиадаһы бик ҡыҙыу барҙы. Бындай саралар рухты нығытыу, командаларҙы берләштереү һәм дуҫтарса аралашыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр бирә. Киләһе осрашыу Хәйбулла районында үтәсәк.



