Ағиҙел буйы ҡыҙҙары Рәсәй чемпионы!

Яҡташтарыбыҙ бишенсе тапҡыр илдә иң көслө ҡатын-ҡыҙҙар командаһы тип танылды. Өфө хоккейсылары финалда «Динамо-Нева» клубы менән осрашты. Серия тулыһынса яҡташтарыбыҙ өҫтөнлөгө менән үтте.

Дүртенсе уйын башланыуға бер сәғәт ҡалғас, дәғүәселәрҙең баш тренеры Александр Зыбиндың отставкаға ебәрелеүе, уның урынына Юрий Мамонтов тәғәйенләнеүе билдәле булды. Тренерҙар штабындағы үҙгәреш тәүге минуттарҙа төньяҡ баш ҡала командаһына уңыш килтергәндәй тойолдо. Сөнки улар 2-0 иҫәбе менән алға сыҡты. Шуға ҡарамаҫтан Валерий Дәүләтшин тәрбиәләнеүселәре осрашыу аҙағына тиклем яуапһыҙ 5 шайба индереүгә өлгәште. Шулай итеп «Ағиҙел» командаһы 5-2 иҫәбе менән еңеү яулап, ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогына эйә булды. Башҡортостан клубы бишенсе тапҡыр чемпион исемен яуланы, ә һаҡсы Мария Баталова юғары баҫҡысҡа алтынсыға күтәрелде. Ағиҙел ҡыҙҙары Өфөгә ошо көндәрҙә ҡайтасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ