Башҡортостанда китапхана хеҙмәткәре мутлашыусыларға 3 миллион һум самаһы аҡса күсергән. Был сумманы ҡатын туғыҙ көн эсендә махсус иҫәпкә ебәреп торған. Зыян күреүсе билдәләүенсә, уға йәнәһе лә, Мәскәү нәшриәт йорттарының береһендә етәксе булып эшләгән ҡатын шылтырата. Китапханасы быға тиклем мәҡәләләр яҙғанлыҡтан, уны алдағандар тип уйламаған да. Республикала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай кибермутлашыусыларға ҡаршы енәйәт кодексына төҙәтмәләр тәҡдим итергә әҙерләнә. Ул нимәгә ҡағыласаҡ? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд һорауҙары буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтан белеште.



