Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына етди әҙерләнергә саҡырҙы. Һәр муниципалитет яуаплы ведомстволар, Эске эштәр министрлығы һәм прокуратура менән килешеп, маршрутты билдәләргә, хәүефһеҙлек тәьмин итергә тейеш. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә яҙғы сәсеүгә әҙерлек, юлдарҙы ремонтлау һәм экологик өмә һөҙөмтәләре ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра. Көндәр йылытыу менән республика хужалыҡтары дым ҡаплау, ужым культураларын туҡландырыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу эштәрен башланы. Шулай уҡ аграрийҙар орлоҡтарҙы ағыулау менән дә шөғөлләнә. Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл 2 миллион 152 мең гектарҙан ашыу майҙанда ярауай культуралар сәсеү ҡаралған, уҙған йыл менән сағыштырғанда, яҡынса дүрт процентҡа күберәк.
Республика юлдарында соҡорҙарҙы ямау эше июнь уртаһына тамамланырға тейеш. Әлегә төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 15 мең саҡрымдан ашыу юл участкаһына инспекция үткәрелеп, 41 мең ярым етешһеҙлек асыҡланған. Уларҙың яҡынса 15 меңе төҙөкләндерелгән. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, муниципалитеттар етәкселегенә соҡорҙарҙы ямау буйынса эште көсәйтергә ҡушты. Шулай уҡ федераль трассалар ҙа - иғтибар үҙәгендә.
Яҙ иртә килеүгә бәйле башҡортостанда район-ҡалаларҙы сүп-сарҙан таҙартыу 18 мартта уҡ башланды. Муниципалитеттарҙа шәмбе өмәләренән тыш, таҙа кесаҙна, таҙа йома экологик акциялары ла даими уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә илле меңгә яҡын кубометр сүп-сар сығарылған, биләмәләрҙе тәртипкә килтереүҙә 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Оператив кәңәшмәлә был һорау ҙа көнүҙәк мәсьәлә итеп алынды
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан һәйкәл, мемориаль комплекстарҙы, стелаларҙы ремонтлау эше лә әүҙем алып барыла, уларҙың күләме дүрт меңдән аша. 9 майҙа һәр район-ҡалала ветерандар, махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашлығында тантаналы саралар планлаштырылған. Башҡортостанда йәшәгән ярты миллионға яҡын кеше «Үлемһеҙ полк» акцияһына ла ҡушылыр тип көтөлә.
Оператив кәңәшмәлә республикала ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен үҫтереү мәсьәләһе лә күтәрелде. Былтыр ғына улар тарафынан миллиондан ашыу саҡырыу эшкәртелгән. Пациентҡа егерме минут эсендә барып етеү күрһәткесе 92 процентҡа еткән. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса тағы ла бер маҡсатлы күрһәткескә ирешелгән - һуңғы өс йылда медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьминәт 18 процентҡа артҡан. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда бөгөн ашығыс медицина ярҙамының 23 табип һәм 324 фельдшер бригадаһы эшләй.
Әлегә ашығыс медицина ярҙамы паркында - 481 автомобиль. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә инфраструктураны яңыртыу һәм уңайлы шарттар булдырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. 112 системаһының автоматлаштырылыуы ла - медицина ярҙамы сифатын күркә яҡшыртҡан.
Гөлназ Хәйбуллина




