Радий Хәбиров Өфөнөң Рыльский урамындағы юл торошона бәйле киҫкен мәсьәләне күтәрҙе

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Рыльский урамындағы юл торошона бәйле киҫкен мәсьәләне лә күтәрҙе. Биҫтәлә йәшәүселәр был участкаға дәғүә белдереп күп тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Билдәле булыуынса, Сипайловола юлсылар төҙөкләндереү эштәрен уҙған аҙнала уҡ башлаған. Әле урамда иҫке асфальт ҡатламы алына. Ремонт барышы урындағы хакимиәт күҙәтеүендә.

Һауа торошо тоторорҡһоҙ булды, ямғыр, унан һуң ҡар яуғанға күрә эш туҡтатылып торғайны. Әле коммуналь хеҙмәттәр хәүефле участкаларҙа әҙерлек сараалары алып бара. Алдағы көндәрҙә урамға асфальт һалына башлай.

Алик Рамаҙанов, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Уҙған аҙнала Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына юлдарға бәйле 1816 мөрәжәғәт килгән, уларҙың күп өлөшө соҡорҙарҙы ямау, юл ремонты һәм төҙөлөшөнә бәйле. Иң күп һорауҙар тап баш ҡалала йәшәүселәрҙән.

Өфө ҙур мегаполис булғанға күрә, төрлө тематикалар буйынса, шул иҫәптән юлдарға бәйле халыҡтан мөрәжғәттәр күп килә. Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында йәшәүселәр ҙә ҡалышмай, юлдарҙың торошона бәйле ялыуҙар байтаҡ, уларҙың бер өлөшө соҡорҙарҙы ремонтлауға ҡағылышлы.

Дмитрий Черенков, Башҡортостан башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ