Был турала Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә белдерелде. Сираттағы тематик кәңәшмәлә баш ҡала урамдарын һәм парк биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләһе тикшерелде.
Өфө мэры Ратмир Мәүлиев билдәләүенсә, яҡын киләсәктә Коммунистик урамында Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйыу, Театр урамын реконструкциялау һәм Ферин урамын яңыртыу ҡаралған. Бынан тыш Яҙыусылар Союзы йорто эргәһендәге «Өфө йүкәләре» скверын төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған. Кәңәшмәлә тротуарҙарҙы ремонтлау ҙа тикшерелде. Быйыл урам-юл селтәренең биш участкаһын яңыртыу күҙ уңында тотола. Башҡортостан башлығы бөтә ҡала проекттары буйынса аныҡ эш планын әҙерләргә һәм уларҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты тураһында халыҡҡа алдан хәбәр итеү бурысын ҡуйҙы.



