РИЛИ уҡыусылары махсус хәрби операция темаһына башҡорт фильмдары менән танышты

Республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары махсус хәрби операция темаһына башҡорт фильмдары менән танышты. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы ойошторған кинолекторийҙа үҫмерҙәр иғтибарына «Бетеү», «Герой бейеүе» фильмдары менән «Йоҡабаш» йәнһүрәте тәҡдим ителде. Былтыр Ишембай районында төшөрөлгән кинокартина нигеҙендә ысын ваҡиғалар ята. Фильмдар буйынса фекер алышыу лицеистарҙың сығышы менән тамамланды.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ