Красный Луч ҡалаһында төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Луганск халыҡ республикаһының шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһында төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ошо арала Башҡортостан төҙөүселәре ҡала уртаһындағы фонтанды сафҡа индерәсәк.

Сквер «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә былтыр төҙөкләндерелә башлағайны. Бында парк аҫтынан үтеүсе канализация, һыуүткәргестәр һәм башҡа коммуникациялар тулыһынса яңыртылды. Шулай уҡ ҡартайған ағастар йәшенә алмаштырылды. Эскәмйәләр, бәүелсәктәр ҙә төҙөкдәндерелгән. Тиҙҙән ҡаланың төп биҙәге булған фонтандан һыу урғыласаҡ.

Данила-мастер скульптураһы ҡаланың ғорурлығы. Урындағы хакимиәт, халыҡ өсөн уны һаҡлап ҡалыу мөһим ине. Фонтанды тулыһынса яңырттыҡ. Утыҙ йыл эшләмәй торғандан һуң ул йәнә ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнәсәк.

Роман Ган, төҙөкләндереү компанияһы етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ