Өфөлә «Беҙҙең еңеү» тип исемләнгән республика мәғариф проектының исем туйы үтте

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тормошҡа ашырған проект уҡыусылар һәм урта профессиональ белем биреү учреждениелары студенттары өсөн тәғәйенләнгән. Уға ярашлы, дәрестәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналған документаль фильмдар күрһәтелә. Йәмғеһе биш кинокартина һалдат ҡатын-ҡыҙҙар, Курск дуғаһында алыштар, һуғыш балалары, Ленинград ҡамауы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына арналған.

Фильмдар ун йыл дауамында төшөрөлдө. Һәр береһе архив материалдар менән байытылған, унда һуғыш ветерандары менән интервьюлар ҙа инде. Картиналар баш ҡала һәм республика белем биреү учреждениеларында күрһәтеләсәк.

Игорь Капитонов, документаль фильмдарҙың режиссёры

«Беҙҙең еңеү» мәғариф проекты Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы уңайынан тормошҡа ашырыла. Документаль фильмдар «Мөһим ҡиммәттәр тураһында әңгәмә» дәрестәрендә күрһәтелер, тип көтөлә. Сара бөгөн башланып, 12 майға тиклем дауам итәсәк. Проект йәш быуында әүҙем гражданлыҡ позицияһы булдырыу, илһөйәрлек тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Проект йәштәр өсөн генә түгел, төрлө йәштәгеләр өсөн дә файҙалы булмаҡсы. Проектты булдырыу тураһында тәҡдим ғинуарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград ҡамауында ҡалған ветерандар менән осрашыуҙа барлыҡҡа килде. Тарихты үҙгәртеп яҙыу заманында ошондай фильмдарҙы күберәк кеше ҡараһын ине.

Константин Толкачёв, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ