Өфөлә «Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге» ойошмаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап күләмле сара уҙғарҙы

Башҡортостан - батырҙар төйәге. Өфөлә «Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге» ойошмаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап күләмле сара уҙғарҙы. Ул һуғыш йылдарында фашизм менән көрәшергә ярҙам итеүсе, еңеүгә өлөш индергән партизандарҙың яҙмыштары менән таныштырыуға бағышланды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Шайморатов кластары уҡыусылары, кадеттар, юнармеецтар һәм студенттар. Өфөнөң Совет майҙанында улар «Йырлы Еңеү» флешмобына ҡушылып Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ижад ителгән һәм ҡанлы йылдарға арналған композицияларҙы башҡарҙы. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы мемориалы һәм генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында ойошторолған күләмле сара илһөйәрлек рухында үтте.

Флешмоб «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан халҡы партизандар һәм подпольщиктар сафында» проекты сиктәрендә уҙҙы. Ул Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Сарала проект сиктәрендә ойошторолған видеоконкурс финалистары ла тәбрикләнде. Уларҙың береһе - Ангелина Аҙнабаева. Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылы мәктәбе уҡыусыһы яҡташы партизан Гәрәй Хәкимов тураһында видео төшөргән.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап ойошторолған сара ғилми-ғәмәли конференция менән «Торатау» конгресс-холында дауам итте. Киң йәмәғәтселеккә тәүге тапҡыр Башҡортостандан сыҡҡан партизандар һәм подпольщиктар тураһындағы сайт тәҡдим ителде. Мультимедиалы мәғлүмәттәр базаһы геройҙарҙың хәтерен мәңгеләштереүгә, уларҙың батырлыҡтары тураһындағы тарихты өйрәнеүгә булышлыҡ итәсәк, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Әле сайтҡа фашизм менән көрәшкән мең 400 кеше тураһында мәғлүмәт, төрлө документтар һәм фотоһүрәттәр тупланған. Ентекләберәк экранда күрәһтелгән һылтанма аша инеп танышырға була.

Проект сараларында Севастополь ҡалаһы, Белоруссия республикаһы һәм Краснодар крайы уҡыусылары ла ҡатнашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, партизандар тураһында сайт булдырыу - беренсе аҙым ғына, киләсәктә улар хаҡында яңы мәғлүмәттәр, быға тиклем билдәле булмаған батырлыҡтары асыҡланыуына шик юҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ