Республика яңы ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыу буйынса лидерҙар иҫәбендә. Йыл башынан 320-нән ашыу берәмек техника - тракторҙар, сәсеү, урып-йыйыу машиналары һатып алынған. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ, Илеш, Ҡырмыҫҡалы райондары айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Сәсеү алдынан ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыуҙың әһәмиәте хаҡында үҙенең социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров яҙҙы. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, яҙғыһын баҫыуҙарға яңы 180 сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү машинаһы сығасаҡ. Тармаҡтың матди-техник базаһын яңыртырға дәүләт тә ярҙам итә.



