Кибермутлашыусыларға ҡаршы көрәштә Енәйәт кодексын камиллаштырыу ҡаралған

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырыштың көн тәртибен билдәләне. Киләһе аҙнала уҙғарыласаҡ йыйылышта Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһының 2024 йылдағы эшмәкәрлегенә лә йомғаҡ яһала. Шулай уҡ Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле отчет менән сығыш яһай. Ултырышта ҡараласаҡ мөһим закон проекттары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Депутаттар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында ҡараласаҡ закон проекттарын билдәләне. Уларҙың береһенә ярашлы, күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын киңәйтеү ҡарала. Ата-әсәгә ваҡытлыса эш табыу күпкә еңеләйәсәк.

Мең кешенән кәмерәк йәшәгән тораҡ пукнттарҙа, шулай уҡ социаль әһәмиәттәге инфраструктура объекттарында, төбәк һәм муниципаль-ара кимәлдәге юлдарҙа элемтә хеҙмәтен үҫтереү маҡсатында тағы ла бер закон проекты ҡарала. Әгәр ул ҡабул ителһә, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса республика Хөкүмәте менән килешеү төҙөгән мобиль бәйләнеш операторҙары һалымға ташлама-вычет аласаҡ. Бынан тыш, депутаттар кибермутлашыусылар менән көрәштә Енәйәт кодексын камиллаштырыу мөһим тигән ҡарашта.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышы сиктәрендә бүләкләү тантанаһы ла булды. Төрлө тармаҡтарҙа, шул иҫәптән матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында уңыш ҡаҙанған бер төркөм хеҙмәткәрҙәр, ветерандар парламенттың Почет грамотаһын, Рәхмәт хатын һәм 30 йыллыҡ уңайынан булдырылған иҫтәлекле билдә алды. Коллегабыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Гөлдәриә Йосопова ла депутаттар менән оҙаҡ йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлектә. Рәсәй төбәктәрендә, Белоруссияла делегация составында эшлекле сәфәрҙәрҙә ҡатнашҡан.

Сираттағы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышына килгәндә, Башҡортостандың милли мираҫы дәүләт реестры тураһында закон проекты һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителер тип көтөлә. Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тәҡдим ителгәйне. Реестрға уникаль тәбиғәт һәйкәлдәре, рухи, мәҙәни, тарихи мираҫ объекттары инә. Улар иҫәбендә башҡорт теле, йола байрамдары, ҡурай, бал һәм ҡымыҙ ҙа бар. Барлығы 36 объект булыуы билдәле.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ