Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә талпан ҡаҙалып ике йөҙгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың алтмыштан ашыуы балалар.
Талпан ҡаҙалыу осраҡтары апрелдән июль баштарына тиклем дауам итә. Бөжәктең зарарлымы юҡмы икәнен лабораторияла асыҡларға мөмкин. Талпан энцефалитына 348, борелиоз сиренә тикшертеү 504 һум тора. Дүрт төрлө йоғошло сиргә тикшертеү 1680 һумға төшә. Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә бөжәкте республиканың ете ҡала һәм районында тапшырырға була. Өфөлә ул Шәфиев урамы 7-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.



