Уҙған төндә Өфө янында 6 йөк машинаһына ут тоҡана

Янғын Федоровка ауылындағы асыҡ автотуҡталҡала сыға. Ут бер-береһенә терәлеп торған «Шакман» йөк автомобилдәренең кабиналарын ялмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына 11 янғын һүндереүсе һәм 4 берәмек техника йәлеп ителә. Янғындың дөйөм майҙаны 13 квадрат метр тәшкил иткән, зыян күреүселәр юҡ. Әле янғындың сәбәбе асыҡлана, урында һынау янғын лабораторияһы эшләй.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ