Бил билмәҫ батырҙарға башҡорт тоҡомло ат! Әбйәлил районында Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры уҙҙы. Ярышта төрлө төбәктәрҙән 14-17 йәшлек уҡыусылар ҡатнашты. Улар 12 ауырлыҡ үлсәмендә көслөләрҙе асыҡланы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Әбйәлил районы ысын мәғәнәһендә батырҙар төбәге. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Рәүеф Дәүләтов, Григорий Васев һәм Таһир Күсимов Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ булған. Быуындар үҙгәрһә лә, ватанға һөйөү һүрелмәй. Бөгөнгө ир-егеттәр махсус хәрби операцияла вариҫтарыбыҙҙың данлы юлын дауам итә. Һүнмәҫ йондоҙ булып балҡыған Тамерлан Илһамов та тыуған ил именлеге көрәшә. Тиңһеҙ батырлығы өсөн яҡташыбыҙға үлгәндән һуң «Алтын Йондоҙ» миҙалы бирелә. Замандашыбыҙҙың ысын патриотизм өлгөһө йәш быуынды илһамландыра һәм рухландыра, еңеүгә ышаныс уята.
Рәүеф Дәүләтов иҫтәлегенә ойошторолған ярышта республиканың тиҫтәгә яҡын төбәгенән көрәшселәр ҡатнашты. Турнирҙы асыу тантанаһында спортсылар Хәлил ауылы батырын хөрмәтләп иҫкә алды, геройҙың туғандары яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Келәмдәге алыштар сағыу мәлдәргә бай булды, спорт ярышының сәләмәт рухы тәүге минуттарҙан һуңғы секундтарға тиклем дауам итте.
Алыштар һәр 12 ауырлыҡ үлсәмендә лә көсөргәнешле барҙы. Көйәрмәндәр башҡорт көрәшселәренең ҡул көсө менән генә дәғүәсеһен күтәреп арҡаһына һалыуын айырыуса оҡшатты. Сөнки тап ошо күренеш - милли көрәштең сағыу биҙәге.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 12 еңеүсе асыҡланды. Улар араһында йәрәбә буйынса 2 абсолют чемпион асыҡланды. Башҡорт тоҡомло атҡа Асҡарҙан Айназ Мансуров һәм Стәрлебаштан Арсен Тайғонов лайыҡ булды. Еңеүселәргә тайҙарҙы Усмановтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы менән Дәүләтовтар ғаиләһе әҙерләгән.
Илдар Байбулатов



