Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев ҡушыуы буйынса, төбәктәр байрам көндәрендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм ташыуҙы ойоштороу буйынса башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидаралыҡтың эш регламентын раҫларға тейеш ине. Документ әҙерләнеп, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тарафынан раҫланған һәм был эш өсөн яуаплы барлыҡ ҡатнашыусыларға ебәрелгән. Алдағы май байрамдары осоронда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы сығарыуға иғтибар йәнә көсәйтелә. Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында был мәсьәләнең етди күҙәтеүгә алыныуы билдәләнде.



