Өфөнөң Дим районында махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Зинур Баталовты иҫкә алдылар. Яугир йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Уны асыу сараһында геройҙың ғаиләһе, Дим һәм Ленин районы хакимиәте, хәрби комиссариаты вәкилдәре ҡатнашты.
Бөгөн уға 67 йәш тулыр ине. Зинур Баталов Ватанының лайыҡлы улы, ысын яугир һәм патриот, һуңғы һулышына тиклем хәрби антына тоғро ҡалыусы уҙаман. Хәрбиҙең исемен мәңгеләштереп, ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды.
Зинур Баталов 1958 йылдың 15 апрелендә Өфөлә тыуа. Баш ҡаланың художество мәктәп-интернатында белем ала, әрмелә хеҙмәт итә. 1995 йылда «инженер-механик» йүнәлеше буйынса Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Оҙаҡ йылдар Ырымбур өлкәһендә эшләгәндән һуң, хаҡлы ялға сыға. Зинур Мансур улы - ысын патриот, 2023 йылдың ноябрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, өлкән улы артынан алғы һыҙыҡҡа юллана. Былтыр «Нур» ҡушаматлы яугир хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән яҡташыбыҙға вафатынан һуң «Батырлыҡ ордены» бирелә.
Зинур Мансур улы ил именлеге, тыныс һәм бәхетле тормош өсөн башын һалған ҡаһарман яугир. Уның ҡатыны, өс балаһы һәм биш ейәне ҡалған. Улар ғаилә башлығының яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай.
Әлфинә Килдейәрова




