Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү министрлығының һәм «Яндекс» сикләнгән йәмғиәтенең берлектәге социаль проекты 2020 йылдан бирле Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында эшләй. Программа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, инвалидтар, концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондары, блокадалы Ленинградта аслыҡ кисереүселәр өсөн тәғәйенләнгән.
Бушлай йөрөүгә ғариза биреү өсөн 8-800-775-00-14 телефоны буйынса эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 6-ға тиклем, ял көндәрендә 10-дан 6-ға тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк.



