Ишембай районы юлдарында төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Ишембай районының Петровское һәм Көҙән ауылдары араһындағы автомобиль юлының бер саҡрым участкаһына асфальт һалынды. Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, эш графикҡа ярашлы башҡарылған. Тиҫтәгә яҡын ҡеүәтле техника йәлеп ителеп, көн дә ярты мең тоннаға тиклем ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашма ҡулланылған. Совет урамындағы төҙөкләндереү саралары урындағы халыҡ өсөн дә күптән көтөп алынған ваҡиға.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ